+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Сентябрь 2019, 11:08

Октябрь районында “Инцидент” системаһы буйынса эш юғары кимәлдә ҡуйылған

Өфө ҡалаһының Октябрь районы – республикабыҙ баш ҡалаһының иң йәш, иң ҙур районы. Нуғай, Зинин һәм Жилин ауылдары ла район биләмәһенә инә. “Инцидент” системаһы буйынса эш бында юғары кимәлдә ҡуйылған.

– Инцидент” системаһы буйынса мөрәжәғәттәр күп, килгән хаттарҙың көнөнә 100-гә еткән осраҡтары ла бар. Уларҙың һәр береһен тиҙ арала теркәйбеҙ, эшкәртәбеҙ. Бөгөнгө көнгә тиклем 3000-гә яҡын мөрәжәғәт буйынса эш башҡарылған”, – ти Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе Лилиә Эрсой.
Октябрь районында башҡарылған эштәрҙән бер нисә миҫал килтерәйек.
Тюлькин бульварының 7/1, 7/2, 7/3 йорттарында йәшәүселәр: “Өҫтән аҡҡан һыу беҙҙең ихата аша үтә, йорттарыбыҙҙың, юлдарыбыҙҙың боҙолоуына сәбәпсе була”, – тип зарлана. Мөрәжәғәт эшкәртелгәндән һуң Тюлькин бульварында һыуҙың был йорттарға ағымын икенсе яҡҡа бороп ебәреүсе валдар ҡуйылған.
Бикбай урамындағы 8-се йорт халҡы подъезд алдына бер нисә бағана ҡуйыуҙарын һорай. “Машиналар тәҙрә төбөнә үк килеп туҡтай, подъездан балалар арбаһы менән сығырлыҡ мөмкинлек тә ҡалдырмайҙар. Ҡышын иһә, тәҙрә ябыҡ булыуға ҡарамаҫтан, автомобилдәрҙе ҡабыҙып, оҙаҡ йылытып ултырғанда сыҡҡан газ, төтөн еҫе бәреп инә”, – ти улар. Был йорттоң беренсе подъезы бетон менән ҡамалған. “Машина ҡуйыуҙы сикләгән бағаналар 30 сантиметр тәрәнлектә ултыртыла, был асфальтты боҙоуға килтерә, ә йорттоң ихатаһында 2015 йылда ғына комплекслы ремонт үткәрелгән. Шуға ла был осраҡта бетон блоктар һалып сығыу ҡулайлыраҡ”, – ти Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшмәкәрлек координацияһы бүлеге начальнигы Елена Кәбирова.
Читайте нас: