+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Сентябрь 2019, 11:37

“Фольклориада – 2020” сараһының әһәмиәте ҡаралды

ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумының айырым секцияһында киләһе йыл Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя “Фольклориада”ның әһәмиәте ҡаралды. 1996 йылдан алып был мөһим сара дүрт йыл һайын ойошторола. Уның төп маҡсаты – донъя халыҡтарының милли мәҙәниәтен, фольклорын һаҡлау һәм үҫтереү.

Рәсәй төбәктәре араһында “Фольклориада”ны тап беҙҙең республикала үткәреү ҡарары Башҡортостандың донъя кимәлендәге ҙур саралар үткәреү тәжрибәһе булыуы менән бәйле.
Секция ултырышында һүҙ 2020 йылдың июлендә Өфөлә һәм республика райондарында үтәсәк саралар, милли мәҙәниәтте һаҡлау йәһәтенән эшләнгән эштәрҙе барлау, сувенирҙар әҙерләү хаҡында барҙы.
Читайте нас: