+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Сентябрь 2019, 12:42

Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн яңы вазифа индерелә

Республиканың район хакимиәттәрендә яңы вазифа индерелә. Ул бизнес өлкәһе өсөн яуап бирәсәк һәм уның биләгән вазифаһы район башлығы урынбаҫарҙары кимәленә торошло буласаҡ. Был хаҡта 25 сентябрь Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре ҡатнашлығында үткән бәләкәй бизнес форумында, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү федераль корпорацияһының стратегик сессияһында республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Бизнес өсөн яуап биргән етәкселәр бөтә муниципаль төбәктәрҙә лә 1 ноябрға тиклем тәғәйенләнергә тейеш. Улар урындағы эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм инвестициялар йәлеп итеү менән шөғөлләнәсәк.

Шул уҡ ваҡытта бизнес-шерифтарҙың эшмәкәрлеге эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлаусы омбудсмендарҙың вәкәләттәренән ҡырҡа айырыласаҡ.



Читайте нас: