Ул күренекле кинорежиссер Әмир Абдразаҡовтың кесе улы. Бөгөнгө көндә ғаиләлә үҫкән уландарҙың икәүһе лә бөтөн донья кимәлендә билдәле опера йырсылары булып танылды.
Күптән түгел уларҙың өлкәне – Асҡар Абдразаҡов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы исеменән күренекле яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм донъя сәнғәте көмбәҙендә оҙаҡ йылдар балҡыуҙарын теләйбеҙ.