Халыҡ һанын иҫәпкә алыу мөһим дәүләт программалары әҙерләү, илдең социаль-иҡтисади хәлен анализлау, халыҡтың милләтен һәм башҡа характеристикаларын белеү өсөн кәрәк.
Киләһе халыҡ һанын иҫәпкә алыуҙа, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, интернет һәм һанлы технологиялар киң ҡулланыласаҡ. Мәҫәлән, иҫәпкә алыусылар планшеттар менән тәъмин ителәсәк, теләгән граждандар үҙе һәм ғаиләһе хаҡында мәғлүмәтте дәүләт хеҙмәте сайтында тултыра ала.