+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Сентябрь 2019, 13:56

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы – Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе!

Сочиҙа 21 – 27 сентябрҙа “Бөтә Рәсәй – 2019” журналистар форумы үтә. Унда киң мәғлүмәт саралары, пресс-үҙәк хеҙмәткәрҙәре, ижтимағи һәм сәйәси эшмәкәрҙәр ҡатнаша. Башҡортостан делегацияһы составында “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева ла бар.

Кисә, 24 сентябрҙа, форумда Милли баҫмалар көнө үткәрелде. Уның сиктәрендә этно киң мәғлүмәт саралары араһында ойошторолған “Рәсәйҙең биш иң яҡшы эник баҫмаһы” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашырға ашығабыҙ: “Иң яҡшы журнал” номинацияһында “Башҡортостан ҡыҙы” журналы беренсе урын яуланы.
Республика баҫмалары араһынан 2-се дәрәжә дипломға “Башҡортостан” гәзите (“Иң яҡшы гәзит” номинацияһында”), “Аманат” журналы (“Иң яҡшы балалар баҫмаһы” номинацияһында) лайыҡ булды.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Читайте нас: