Мәғлүм булыуынса, быйыл проектта тик артистар ғына ҡатнаша. Бының маҡсатын да автор, артист тигән шәхестең бәҫен күтәреү һәм уның гражданлыҡ позицияһын күрһәтеү тип аңлатты. Дөйөм алғанда, «Йөрәк һүҙе» конкурс түгел, ә социаль проект булһа ла, унда ҡатнашыусылар барыбер бәйге тотасаҡ. Беренсе, икенсе, өсөнсө урындар, тамашасылар һөйөүе премияһы, тәүге тапҡыр СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Зәйтүнә Бикбулатова исемендәге премия булдырыла. Беренсе урынға сығыусыны – 500 мең, икенсе урынға – 300 мең, өсөнсө урынға – 100 мең һум премия ҡаралған. Бынан тыш шәхси кешеләр Инйәр ҡасабаһында йәшәүсе Минихан Ғәйнетдинов – 50 мең һумлыҡ, Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина – өсөнсө урынға үҙе тәғәйенләгән премия аҡсаһын тапшырасаҡ.
Әйткәндәй, проекттың авторы Наилә Сәфәрғолова – «Башҡортостан ҡыҙы» журналының сентябрь һаны геройы. Ул журналдың өр яңы проекты «Хыял өйө»ндә ҡатнашты. Наилә Сәфәрғолованың күркәм йорто, ундағы үҙенсәлекле интерьер менән танышырға теләһәгеҙ, мотлаҡ журналды алдырып уҡығыҙ.