-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Сентябрь 2019, 17:18

Радий Хәбиров алдағы биш йылда Башҡортостандың үҫеше тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алдағы биш йылға республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был турала ул бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, документ ентекле әҙерләнгән. Тиҙҙән брифингтар уҙғарыу күҙаллана, уларҙа хөкүмәт ағзалары республика үҫешенең стратегик йүнәлештәре, алдағы йылдарҙа нимә менән шөғөлләнергә йыйыныуҙары тураһында һөйләй.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы командаһында республика социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре хаҡында указды «беренсе үҫеш биш йыллығы» тип йөрөтәләр. Барлыҡ йөкләмәләрҙе һәм пландарҙы яңыртылған хөкүмәт башҡара. Уның составы ай дауамында билдәле булырға тейеш.
19 сентябрҙә инаугурация тантанаһында Радий Хәбиров амбициялы бурыс ҡуйҙы: Башҡортостан биш төп йүнәлеш — кеше потенциалы, йәшәү өсөн уңайлы мөхит, иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм инфраструктура буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инергә тейеш.
«Беҙ иҡтисади стратегияны үҙгәртәбеҙ — ҡулланыу иҡтисадынан үҫеш иҡтисадына күсәбеҙ», — тип белдерҙе ул.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, алдағы «үҫеш биш йыллығы»ның һөҙөмтәләре «аныҡ һәм һиҙелерлек» булырға тейеш. Улар араһында — үлем осраҡтарын кәметеү, тыуымды арттырыу, йәшәү кимәлен күтәреү.
«Хәҙер Башҡортостанда халыҡ йылдан-йыл кәмей. Ләкин беҙ 2024 йылға был һанды 4,1 миллионға тиклем арттырыуға өлгәшербеҙ», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Бөгөн яңғыраған алдағы биш йылға Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһындағы указға ярашлы, йыл һайын инвестициялар күләмен 450 миллиард һумға тиклем еткереү, Милли инвестиция үҫеше рейтингының тәүге бишәү иҫәбенә инеү күҙаллана.
Шулай уҡ кәмендә ике үҙенсәлекле иҡтисади зона булдырыу бурысы тора. Республиканың һәр ҡалаһында һәм районында индустриаль, агросәнәғәт йәки технопарктар ойоштороу ҙа мөһим.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева
Читайте нас: