-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Сентябрь 2019, 17:44

Ҡулланыу иҡтисадынан үҫеш иҡтисадына

Башҡортостан башлығы вазифаһына инеү айҡанлы Радий Хәбиров республика алдында торған мөһим бурыстарҙы билдәләне. Бынан ары ҡулланыу иҡтисадынан үҫеш иҡтисадына күсәсәкбеҙ, тип белдерҙе ул.

Радий Хәбиров тәҡдим иткән биш йыллыҡ план етди мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Унда кешелек потенциалы, тормош өсөн уңай мөхит, иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм инфроструктура буйынса аныҡ бурыстар ҡуйыла. Ошо йылдар арауығында республика мөһим йүнәлештәр буйынса лидерҙар төбәгенә әйләнергә тейеш.
Республика башлығы билдәләүенсә, үлемде кәметеү, тыуымды арттырыу һәм кешеләрҙең тормош кимәлен яҡшыртыу - йәштәрҙең ситкә китеүенә түгел, ә, киреһенсә, республикаға ҡайтыуына булышлыҡ итәсәк Әле Башҡортостанда халыҡ һаны кәмей бара, ләкин 2024 йылдарға беҙ 4,1 миллион кеше буласаҡбыҙ, тине Башҡортостан етәксеһе.
Бөгөн иғлан ителгән стратегияға ярашлы, республикаға йыллыҡ инвестиция күләмен 450 млрд һумға еткереү күҙаллана. Шулай уҡ ике иҡтисади биләмә төҙөү бурысы тора. Улар 50 млрд һум инвестция йәлеп итер тип күҙаллана.
Республиканың һәр районы һәм ҡалаһында индустриаль, агросәнәғәт һәм технопарктар төҙөү ҙә мөһим урында тора.
Читайте нас: