+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Сентябрь 2019, 13:34

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаларын үтәй башланы

Бөгөн Өфөлә Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаларын үтәй башлауына арналаған церемония үтә. Билдәле булыуынса, 8 сентябрҙағы һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса Радий Фәрит улы 82,02 процент тауыш йыйҙы. Һайлау һөҙөмтәләрен тағы бер тапҡыр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко иғлан итте һәм Радий Хәбировҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы танытмаһын тапшырҙы.

Вазифаһын үтәй башлар алдынан яңы һайланған республика Башлығы ант бирҙе. Радий Фәрит улы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына уң ҡулын һалып, уны башҡорт һәм рус телдәрендә әйтте.
Читайте нас: