+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Сентябрь 2019, 16:08

Киләһе биш йыллыҡҡа үҫеш планы

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙ вазифаһына ингәндән һуң 2025 йылдарға тиклем эш стратегияһы һәм программаһы менән таныштырҙы. Унда Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы мөһим йүнәлештәр билдәләнгән.

Медицина йүнәлешен алһаҡ, тәү сиратта табип-кадрҙар дефицитын ябыу, ауыл ерен фельдшерҙар менән тәьмин итеү бурысы тора. Бының өсөн 20 ФАП, 147 - модуль һәм 54 күсмә фельдшер-акушер пунктарын һатып алыу маҡсаты ҡуйылған. Эре медицина объекттарынан планында республика кардиология диспансеры, балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге, балалар һәм өлкәндәр өсөн хоспис, Затонда дауахана комплексын төҙөү бурысы тора.
Мәғариф өлкәһендә биш йыл эсендә 60 мәктәп һәм 50 балалар баҡсаһы төҙөү һәм ҡайтанан төҙөкләндереү бурысы ҡуйыла. Был иһә мәғариф учреждениеларында ике сменалы уҡыуҙы бөтөрөү өсөн эшләнәсәк.
Тағы 12 полилингваль мәктәп асыу күҙ уңында тотола. Унда белем алған балалар сит һәм туған телде 100 процент үҙләштерер тип фаразлана. Һәләтле балаларҙы асыҡлау өсөн белем биреү үҙәктәрен асыу һәм үҫтереү, һәр бер район һәм ҡалала балалар технопаркы һәм кванториумдар асыу планы ҡуйыла. Ауыл мәктәптәрендә уҡытыусылар дефицитын ябыу ҙа кадрҙарға булған ҡытлыҡты хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.
Республика башлығы, юғары уҡыу йорттары базаһында донья кимәлендәге фәнни белем биреү үҙәген асыу тәҡдимен индерҙе. Унда халыҡ-ара стандарттар буйынса белем биреү күҙ уңында тотола.
“Вуз-ара студент кампустарын төҙөйөк. Был сараларҙың барыһы ла йәштәрҙе ситкә ебәрмәү, ә тыуған яҡтарында белем алыуын тәьмин итеп эшкә ҡалдырыу өсөн эшләнәсәк”, - тине Республика башлығы.
Читайте нас: