Үҙгәрештәр спорт өлкәһенә лә ҡағыласаҡ. Атап әйткәндә:
• Волейбол, гимнастика, спорт көрәше үҙәктәре, ябыҡ футбол стадионы, бар муниципалитеттарҙа ла бассейндар төҙөләсәк.
• Олимпия резервы училищеһы асыласаҡ.
• Ауыл мәктәптәрендә уҡыусылар яҡшылап спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн “Ауыл тренеры” проекты башланасаҡ.
Ә социаль сәйәсәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә ошондай яңылыҡтар көтөлә:
• Эш хаҡы 1,5 тапҡырға артасаҡ.
• Хеҙмәт баҙары ихтыяждары бөтәсәк. Бының өсөн яңынан уҡытыу, шул иҫәптән оло йәштәгеләрҙе лә, профессиональ компетенцияларҙы үҫтереү ҡаралған.
• Үҙенсәлекле ололар, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәктәре төҙөләсәк.
• 30 көндөҙгө мәшғүллек үҙәге, республика ветерандар менән эшләү үҙәге асыласаҡ. Пенсионерҙарға социаль туризм менән шөғөлләнергә, яңы белем алырға мөмкинлектәр артасаҡ.
• 40 ауыл күп функциялы мәҙәниәт йорто, Өфөлә музыка һарайы, 10 яңы балалар сәнғәт мәктәбе төҙөләсәк.
• “Боронғо Өфө” археологик паркы һәм ”Атайсал – ата-бабаларыбыҙ ере” асыҡ һауалағы архитектур-этногеографик музей, Башҡортостандан ситтә урынлашҡан 7 яңы республика тарихи-мәҙәни үҙәге асыласаҡ.
• “Торатау” геопаркы булдырыласаҡ һәм ул ЮНЕСКО геопарктары глобаль селтәренә индереләсәк.
• Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеү һәм һаҡлауға шарттар булдырыласаҡ.