+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 12:53

Өфөлә Рудольф Нуриевтың фотоларынан торған күргәҙмә эшләй

Рудольф Нуриев исемендәге XXII халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале сиктәрендә Башҡорт опера һәм балет театрының Эрмитаж залында “Был тағыла ул, беҙҙең Рудик” тигән күргәҙмә асылды.

Рәсәй-француз проектына артистың һирәк осраған 100 фотоһы индерелгән. Унда Рудольф Нуриевтың Париж милли театрында, 1971-1984 йылдарҙағы репетициялары һәм спектаклдәре һүрәтләнгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре күргәҙмәгә тәүге тапҡыр ҡуйыла.
Күргәҙмәнең кураторы Ғәлиә Пуйе билдәләүенсә,был тарихи фотоларҙы Франция фотографы Франсетт Левье төшөргән.Ул заманында Рәсәйҙең Ҙур театры менән дә эшләгән. Ижадсының архивында меңләгән уникаль фотолар һаҡлана.
Өфөлә Рудольф Нуриевҡа арналған фотокүргәҙмә эшләү идеяһы Башҡортостандың 100 йыллығы менән бәйле. Күргәҙмә тамамланғас, ундағы 10 фото– Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына һәм тағы 10 эш Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжына тапшырыласаҡ.
Уникаль күргәҙмә 24 сентябргә тиклем эшләйәсәк.

Александр Данилов фотоһы.
Читайте нас: