+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Сентябрь 2019, 11:25

Инвалид балаларҙы туҡландырыу мәсьәләһе ҡаралды

Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең социаль аралашыу идаралығы етәксеһе Е. Прочаковская белдереүенсә, “Инцидент” системаһында инвалид балаларҙы түләүһеҙ туҡландырыу мәсьәләһе беренсе урынға сыҡҡан.

Быға тиклем һаулығы сикләнгән статусы булмаған инвалид балалар (мәҫәлән, шәкәр диабеты менән сирләүсе, күреү һәм ишетеү һәләте түбән), муниципалитет ҡарарына ярашлы, ашау менән тәъмин ителә. Әммә прокуратура тикшереүенән һуң республиканың ҡайһы бер ҡала һәм райондарында балаларҙы түләүһеҙ туҡландырыу тыйыла, шуға улар махсус психологик-медик-педагогик комиссияһы справкаһын килтермәйенсә бушлай ашатыла алмай. Әлеге көндә комиссия үтеү өсөн сиратҡа ноябрь айына ғына яҙылып була. Сәләмәтлектәре сикләнгән балаларҙың атай-әсәләре был хәл менән риза түгел.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тиҙ арала мәсьәләне хәл итергә ҡушты.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.

Читайте нас: