+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Сентябрь 2019, 14:12

“Инцидент” эште әүҙемләштергән

Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса “Инцидент-менеджмент” системаһына аҙнаһына 200-ҙән ашыу хәбәр килә. Улар буйынса эш ҡала хакимиәтендә юғары кимәлдә ҡуйылған. Юҡҡа ғына 2019 йылдың үткән ике кварталында стәрлетамаҡтар Башҡортостан муниципалитеттары рейтингыһында беренсе баҫҡысты биләмәй.

Ҡалала “Инцидент” системаһында эштең нисек ҡуйылыуына бер миҫал килтереп үтәйек.
Артем урамының 21а һанлы йортонда йәшәүселәр, подъездағы ремонт сифаты менән ҡәнәғәт булмай, социаль селтәрҙәрендәге ҡала башлығы битенә яҙа. “Илке һалҡы эшләйҙәр. Буяу төҫө тоноҡ, аңҡып торған еҫле, оҙаҡ кибә үҙе. Ҡул аҫтында нимә бар, шуның менән эшләйҙәр, ахыры”, - тиелә ялыуҙа. Был яҙма «Инцидент-менеджмент» системаһына эләгә һәм хакимиәттең яуаплы белгестәре өҫтәленә ята. Шул уҡ көндә урынға сығып тикшереү үткәрелә һәм подряд ойошмаһына барлыҡ етешһеҙлектәрҙе лә бөтөрү тураһында күһәтмә бирелә.
Подряд ойошма эшсе бригаданы алмаштыра. Подъездарға яңы тәҙрәләр, почта ҡумталары, тамбур ишектәре ҡуйыла. Стеналар фирүзә төҫөнә буяла. Ғөмүмән алғанда, ике аҙнала ремонт эштәре тамамлана.
Быйыл Стәрлетамаҡта 355 подъезд ремонтлана. Был эштәргә 137 млн. һум аҡса бүленгән. Хәҙер ремонт күләменең яртыһы тамамланған.
Читайте нас: