Инженер булһалар ҙа, ижад менән дә бәйле булған сит ил ҡунаҡтары «Башҡортостан ҡыҙы» журналына ла сәфәр ҡылды. Баҫманың мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның төрөк телендә яҡшы аралышыуы үҙ-ара һөйләшеүҙе тағы йәнлерәк итте. Журнал ярҙамында улар Башҡортостандың мәҙәни мираҫҡа ҡараған күсемһеҙ милек объекттарын файҙаланыу һәм һаҡлау үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин менән осрашты. Ҡунаҡтар, республикала реставрация эштәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды. Данир Әхмәҙи улының билдәләүенсә, Башҡортостанда боронғо биналарҙы һаҡлап алып ҡалыу өсөн эштәр бара: «Айырыуса яҡын йылдарҙа ул тағы йәнләнәсәк. Бер йылдан үҙегеҙҙең тәҡдимдәрҙе индерә алаһыгыҙ. Бының өсөн Мәскәүҙән лицензия юллап алыу мотлаҡ», – тине етәксе.