-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Сентябрь 2019, 20:01

“Инцидент” - тиҙ ярҙамға килгән программа

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда 2018 йылдың октябрь айынан автоматлаштырылған “Инцидент” системаһы уңышлы эшләй. Уның асылы – социаль селтәрҙәрҙә күтәрелгән проблемаларға, ялыуҙарға, тәнҡиткә оператив яуап биреү. Закон буйынса, хат менән мөрәжәғәт иткән кеше яуапты 30 тәүлек эсендә алырға тейеш булһа, “Инцидент” аша күтәрелгән мәсьәләгә яуап бер тәүлек эсендә бирелә.

Программа төбәк етәкселәренә республика биләмәһендә иң “ауыртҡан урын”дарҙы билдәләргә ярҙам итә. Әлегә төҙөкләндереү, юлдар, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре, экология, һаулыҡ һаҡлау өлкәләре республика халҡын ныҡ борсой.
Муниципалитеттарҙың рейтингына күҙ һалһаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында, Фёдоровка, Кушнарен, Дәүләкән, Мәләүез районында социаль селтәрҙәре аша мөрәжәғәттәргә ваҡытында төплө һәм аныҡ яуап биреүҙәрен күрәбеҙ.
Читайте нас: