+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Сентябрь 2019, 14:09
Нурия Ирсаеваға «Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы» тигән юғары исем бирелгән
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарары менән күренекле совет актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ, РСФСР-ҙың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаеваға «Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы» тигән юғары исем бирелгән.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналы ла тамашасаларыбыҙ яратҡан актрисаны, гүзәл ҡатын-ҡыҙ Нурия Ирсаеваны ошо иҫтәлекле исем алыуы менән ҡотлай һәм артабан да баш ҡалабыҙҙың яҡты йондоҙо булып йәшәүен теләй!
Александр ДАНИЛОВ
фотоһы.
Читайте нас в