Кешеләр ярты хаҡҡа киноға, музейҙарға инде, 100 процент ташлама менән концерттар, тамашалар ҡараны, аҙыҡ-түлек сауҙа нөктәләрендә лә, аптекаларҙа ла ташлама менән дарыуҙар һатып алды.
”Башавтотранс” ойошмаһына ҡараған автобустарҙа ла ташлама менән йөрөнө. Купондар әле өс көн дауамында ғәмәлдә ҡала.
Ләкин миҙалдың икенсе яғы ла булды. Һайлауҙар көнөндә бындай мөмкинлек менән файҙаланып ҡалырға тырышыусылар шул тиклем күп булды, хатта музейҙарға, театрҙарға, планетарийҙарға ҙур сираттар барлыҡҡа килде. Хатта ҡайһы бер учреждениеларға икенсе касса бүлеген асырға тура килде.
Кешеләр ташлама биргән браслеттар индереүҙе хупланы. Был бик дөрөҫ ҡарар тигән баһа бирелде.