Был закон рөхсәт иткән сумманан дүрт тапҡыр самаһы аҙыраҡ. Аҡсаның күпселек өлөшө – 80 проценты – агитация материалдары өсөн тотонолған. Айырыуса иғтибар урамдағы рекламаға бирелгән. Әйтәйек, Өфөлә генә лә 40 баннер конструкцияһы ҡуйылған. Шулай уҡ реклама гәзиттәр таратылған, интернетта материалдар ҡуйылған.