“Әле генә һайлау участкаларында тауыш биреү тамамланды. Тәү сиратта һайлаусыларға ойошҡан һәм яуаплы булған өсөн рәхмәт әйтергә теләйем. Участкаларға һайлаусыларҙың 60 проценттан ашыуы килгән. Был мине ҡыуандырҙы. Һайлау һөҙөмтәләре тиҙҙән билдәле булыр. Шулай уҡ һайлау комиссияһы системаһына ла рәхмәт әйтергә теләр инем. Барыһы ла ойошҡан рәүештә үтте. Һайлауға ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килтергән журналистарға ла рәхмәт”, - тине ул.