+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 03:51

Рәсәйҙә һайлауҙар яңыса үтәсәк

6-8 сентябрь Мәскәүҙә үткән “Һайлау барышын цифрлаштырыу. Гуманитар үлсәм” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Александр Клюкин доклад менән сығыш яһаны.

Ул билдәләүенсә, һайлау барышын цифрлаштырыу граждандар өсөн яңы уңайлы мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында һәр кеше һайлау хаҡында тулы мәғлүмәт аласаҡ: һайлау участкаһы, һайлау комиссияһы, кандидаттар һәм сәйәси фирҡәләр, һайлау кампанияһы барышы хаҡында мәғлүмәт һ.б. Граждандар үҙҙәре хаҡында мәғлүмәтте тикшереп, 2020 йылдан алып уны үҙгәртеү хоҡуғына эйә була.
Александр Клюкин әйтеүенсә, 2020-2021 йылдарҙа кандидаттар һәм һайлау комиссиялары өсөн махсус цифрлаштырыу сервистары эшләй башлай. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һайлауҙы яҡтыртыу өсөн аккредитацияны ла еңел һәм ябай ысул менән үтәсәк.
Читайте нас: