Мәскәү юғары уҡыу йорттарында белем алыусы ҡыҙҙарыбыҙ һәм егеттәребеҙ Милли тикшеренеү технология университеты бинаһында урынлашҡан 9009-сы участкала һайлаған. Һәр береһенә тауыш биреү өсөн махсус штрих-код тапшырылған. Участкаға бер нисә төбәк, шул иҫәптән Башҡортостан беркетелгән икән. Бындай һайлау тәжрибәһе Мәскәү өсөн дә яңы. Һайлаусылар Дәүләт хеҙмәттәре сайты буйынса алдан ғариза яҙған. Тауыш биреү тамамланып, йомғаҡ яһалғас, һөҙөмтәләр менән протокол республикабыҙҙың Үҙәк һайлау комиссияһына ебәрелгән.