+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 01:52

Экзитпол һөҙөмтәләре билдәле булды

Һайлау участкаларынан сыҡҡан граждандарҙан һорашыу һөҙөмтәһендә (экзитпол) Башҡортостан Башлығы вазифаһына дәғүә итеүсе кандидаттар йыйған яҡынса тауыш нисбәттәре билдәле булды. Улар түбәндәгесә: Радий Хәбиров өсөн – 82,7%;Иван Сухарев өсөн - 4,4%;Юнир Ҡотлоғужин өсөн - 3,5%;Владимир Барабаш өсөн - 1,8%; Зөлфиә Ғайсина өсөн - 1,7%; Юрий Игнатьев өсөн - 1,2%; Рәфис Ҡадыров өсөн - 1%; Владимир Кобзев өсөн - 0,5%.

“Социс-эксперт” социологик үҙәк идараһы рәйесе Рөстәм Латыпов билдәләүенсә, экзитпол һөҙөмтәләре, ғәҙәттә, ысынбарлыҡҡа тап килә. Социологтар барлыҡ һайлау округтарында ла эшләгән. Өфөлә, ҡалаларҙа һәм райондарҙа барлығы 80 урында һайлаусылар менә осрашҡандар.
Валерий Шахов фотоһы
Читайте нас: