+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 00:16

Экзитпол күрһәтеүенсә, Радий Хабиров күпселек тауыш йыйған

“Һайлау төнө 2019” йәмәғәт пресс-үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хабиров, экзитпол (һайлау участкаларынан сыҡҡан һайлаусыларҙан алған мәғлүмәт) күрһәтеүе буйынса барлыҡ тауыштарҙың 83 процентын алған.

Әлегә башҡа кандидаттар йыйған тауыш нисбәте билдәһеҙ. Башҡортостанда киске сәғәт 8-гә 1 миллион 992 мең 654 кеше йәки һайлаусыларҙың 65,4 проценты тауыш бирҙе, тип хәбәр итте республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.
Райондар араһында әүҙемлек буйынса лидерҙар — Тәтешле (һайлаусыларҙың 94,53%), Салауат (91%), Ҡариҙел (87,87%) райондары.
Читайте нас: