Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хабиров республикала үткән һайлауҙарҙың тәүге йомғаҡтары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Һайлау хоҡуғына эйә булған Башҡортостан граждандарының 70 проценты һайлауҙарҙа ҡатнашты, йәғни 2,1 млн. кеше һайлау участкаларына килде һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы кандидаттарын һайланы, тине ул. Дмитрий Медведев еңеү менән төбәк етәксеһен ҡотланы һәм Башҡортостандың артабан да уңышлы үҫешеүен теләне.