+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 10:23

Бюллетендәрҙең 90,71 проценты эшкәртелгән

Һайлауҙарҙың әлеге сәғәткә эшкәртелгән бюллетендәре күрһәтеүенсә, Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров беренсе урында бара. Бюллетендәрҙең 90,71 проценты эшкәртелгән.

Икенсе урында КПРФ-тан Юнир Ҡотлоғужин. Коммунистар партияһы 6, 87 процент йыйған. Артабан ЛДПР-ҙан Иван Сухарев (4,62 процент), ”Яблоко”- Зөлфиә Ғайсина (1,51), ”Ғәҙел Рәсәй”ҙән Юрий Игнатьев (0,97), “Рәсәй патриоттары” Рәфис Ҡадиров (1,1), “Граждандар көсө” фирҡәһенән Владимир Барабаш (0,97), “Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙары” фирҡәһенән Владмир Кобзев (0,82) процент тауыш йыйған.

Хәбәр итеүебеҙсә, был һайлауҙарҙа республика халҡының 70, 35 проценты теге йәки был кандидатҡа үҙ тауышын бирҙе.
Читайте нас: