Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 08:50

Берҙәм тауыш биреү көнөндә иң әүҙем һайлаусылар ҡатын- ҡыҙҙар

Өфөлә йәмәғәт матбуғат үҙәге үҙ эшен дауам итә. Тәүлек әйләнәһенә журналистар, блогерҙар, йәмәғәт фекере лидерҙары, ойошма вәкилдәре, политолог һәм эксперттар һайлауҙар барышын күҙәтте.

“Социс эксперт” социологик үҙәк идараһы рәйесе Рөстәм Латыповтың фекеренсә, экзит-поллдар традицион методика буйынса үткәрелгән. Улар бөтә Башҡортостан биләмәләрендә, 80 участкала үткән. Һорау алыу иртәнге 7-лә башланған һәм 19 сәғәткә 22 мең кеше һорауҙарға яуап биргән. Эксперт белдереүенсә, иң әүҙем һайлаусылар пенсионерҙар иҫәбенә тура килә. Унан һуң урта быуын, ә йәштәр төштән һуң әүҙемләшкән.

Һайлауҙар аҙағына тағы урта йәштәрҙәге кешеләр күберәк тауыш биргән. Был инде уларҙың ҡаланан ситкә ,ялға сығыуы менән бәйле булған. Иң әүҙем һайлаусылар тип ҡатын-ҡыҙҙар танылған.
Читайте нас: