Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға :
– Уны һеҙ барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Тейешле документтарҙы әҙерләгеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Андрей Назаров 1970 се йылдың 28 апрелендә Ба ймаҡ ҡалаһында тыуған.
”Эшлекле Рәсәй” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының рәйестәше, сәйәсәт фәндәре кандидаты.
Төрлө йылдарҙа Сибай ҡала Советы депутаты, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында Башҡортостан вәкиллеге етәксеһе, Башҡортостан сауҙа-палатаһы берлеге идаралығы рәйесе булып эшләгән.
Һуңынан Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана.
2014-се йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше, “Гранель” компаниялар төркөмө директорҙар советы рәйесе, Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе, Ялта халыҡ-ара иҡтисад форумы идаралығының рәйесе булып тора.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы фотоһы.