0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 02:26

Һайлаусыларҙың 70 проценты тауыш бирҙе

“Һайлау төнө 2019” йәмәғәт пресс-үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 21.00 сәғәткә, участкалар ябылыу мәленә, һайлау хоҡуғына эйә булған Башҡортостан граждандарының 70 проценты тауыш биргән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфөлә 20.00 сәғәттә һайлаусыларҙың 59,55% тауыш биргәйне, Башҡортостандың ҡала округтары буйынса был күрһәткес дөйөм алғанда 57,76% булды. Ҡалалар араһында Сибай (73,64%) һәм Күмертау (70,94%) халҡы әүҙемлек күрһәтте. Райондарҙан лидерҙар — Тәтешле (һайлаусыларҙың 94,53%), Салауат (91%), Ҡариҙел (87,87%) райондары.
Читайте нас: