М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире Ғәҙилә Бүләкова бындай акцияның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, шулай тип белдерҙе. “Иртәнге туғыҙҙан (ә музей башҡа көндәрҙә унда асыла) халыҡ музейға ағылды. Барыһы 500-гә яҡын кеше килеп күрҙе. Быны беләҙектәр һаны буйынса ғына һананыҡ, бәләкәс балаларҙы иҫәпләп торманыҡ. Килеүселәр араһында башҡа милләт вәкилдәре лә бик күп булды. Ҡыҙыҡһындылар, һорауҙар бирҙеләр. Киске һигеҙгә тиклем аяҡ өҫтөндә булып, көнө буйы экскурсиялар үткәреп, арманһыҙ булып ҡайтһам да, ҡыуанысымдың сиге юҡ. Халыҡ музейҙарға йөрөүҙе онотмаған, тарих менән ҡыҙыҡһына икән, тигән һөйөнөслө уй күңелдә ныҡлы урын алды. Күптәр, тағы ла киләбеҙ, тип таралышты”, - тип һөйләне ул.