+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 07:19

Һайлау көнөндә матурлыҡ өләшкән

“Байрам сәскәһеҙ буламы ни? Ә һайлау бит – байрам!” – Әлшәй районы Раевка ауылында йәшәүсе Рәхимә Зәйнуллина, шулай тип уйлап, 8 сентябрҙә үҙенең сәскәләр күргәҙмәһен ойошторған. Кисә Пионерҙар йортона һайлауға килеүселәр матурлыҡҡа ғашиҡ ханымдың гөлдәренә тамаша ҡылған. Ярандың егерме биш төрө, хризантеманың, глоксинияның һәм миләүшәнең йөҙҙән ашыу сорты үҫә икән уның гөл-баҡсаһында.

Рәхимә Дәүләт ҡыҙы сәскә үҫтереү менән хаҡлы ялға сыҡҡас мауыға башлаған. Оҫта йәшелсәсе лә ул – баҡсаһында помидорҙың ғына ла 120 төрө, хатта йәшел сорты бешә. Һайлау көнөндә яҡташтарын ҡыуандырған ижади күңелле апай тураһында “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите һөйләй. Ә беҙ үҙебеҙҙән шуны өҫтәйбеҙ: Рәхимә Дәүләт ҡыҙы – республика баҫмаларының яҡын дуҫы ла.

Айгөл Мөхәмәтдинова фотоһы.

Читайте нас: