Ғөмүмән, бөгөн илдең бөтә ҙур вокзалдарында һайлау участкалары эшләй икән. Мәҫәлән, Өфөгә яҡын Һамар ҡалаһы вокзалында ла шундай участка булдырылған.
Был көндә эшләүсе Өфө тимер юл вокзалы хеҙмәткәрҙәре (исемлектә 100 кеше) ошонда ғына һайлау өсөн алдан ғариза яҙған. Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһы билет кассиры Ольга Нестерова тәүгеләрҙән булып тауыш биргән. “Сменам иртәнге етенән киске етегә тиклем дауам итә. Эш урынында ғына һайлау бигерәк уңайлы булды”, – ти ул.