+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 10:01

Республикала 479 һайлау участкаһында видеокүҙәтеү ойошторолған

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостан халҡы республика Башлығын һайлай. Был вазифаға һигеҙ кеше дәғүә итә: Радий Хәбиров – «Берҙәм Рәсәй» партияһы, Юрий Игнатьев – «Ғәҙел Рәсәй», Зөлфиә Ғайсина – «Яблоко» партияһы, Иван Сухарев – ЛДПР, Юнир Ҡотлоғужин – КПРФ, Владимир Кобзев – «Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы», Владимир Барабаш – «Гражданлыҡ көсө», Рәфис Ҡадиров – «Рәсәй патриоттары».

Бынан тыш, 9-сы Ҡояшлы бер мандатлы һайлау округы (Өфөнөң Октябрь районы) һәм 16-сы Комсомол бер мандатлы һайлау округы буйынса (Нефтекама) алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлау була – һигеҙ кандидат теркәлгән. Шулай уҡ Башҡортостанда йәшәүселәр бөгөн урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлай, уларҙа 7329 депутат мандаты алмаштырыла, төрлө партияларҙан 14 мең 978 кандидат теркәлгән.
Һайлауҙарҙың ғәҙел үтеүен тәьмин итеү өсөн, республика буйынса 479 һайлау участкаһында видеокүҙәтеү ойошторолған. Шуларҙың 410-ы — Өфөлә, 69-ы территориаль һайлау комиссиялары муниципалитеттарында. Трансляцияларҙы «Наш выбор» порталында ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: