-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 22:35

Оло быуын вәкилдәре һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Башҡортостанда һайлау әүҙем бара. Оло быуын вәкилдәре лә республикабыҙ киләсәгенә битараф түгел. Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында йәшәгән “Башҡортостан ҡыҙы”ның даими уҡыусыһы Фәүзиә Шафиҡова ла бөгөн һайлау участкаһына ашыҡты.

Фәүзиә Хәсән ҡыҙы 81 йәштә. Ун бала ҡарап үҫтергән Герой-әсә ул. “Һайлауҙан ҡалғаным юҡ. Республикабыҙҙың киләсәге - үҙ ҡулыбыҙҙа. Һәр кем был көндө үҙ һүҙен әйтергә тейеш, тип һанайым”, - ти ул.
Читайте нас: