+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 22:13

Халыҡтың 60 проценты һайлауҙа ҡатнашып өлгөргән

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов хәбәр итеүенсә, республикала киске сәғәт алтыға тиклем 59,3 процент һайлаусылар гражданлыҡ бурысын атҡарып өлгөргән.

Һайлауҙа ҡатнашыусылар һаны проценты буйынса иң алда Тәтешле районы бара. Унда 92 проценттан ашыу кеше тауыш биргән. Миәкә (81 процент), Салауат (78 процент) райондарында ла һайлаусылар әүҙем.

18.00 сәғәткә тиклем ҡала округтары араһында Күмертау һәм Сибайҙа йәшәүселәрҙең 60 проценты һайлауға килгән. Өфөлә иһә был һан 51 процентты тәшкил итә.

Һайлау дауам итә. Тауыш биреү участкалары сәғәт 21.00 тиклем эшләй.

Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас: