– Утыҙ йыл ошо биҫтәлә йәшәп, бер һайлауҙы ла ҡалдырғаным юҡ. Ә был юлы айырыуса ҙур яуаплылыҡ тоям. Битарафлыҡ күрһәтмәйенсә, үҙ тауыштарын бирергә бөтә таныштарымды өгөтләнем. Һөйөклө Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге, уны артабан кем алға алып барасағы тап бөгөн билдәләнә бит. Үҙем һайлаған кандидатты иң лайыҡлыһы тип күрәм, халҡыбыҙҙың тормошон яҡшыртыу өсөн уның бөтәһен дә эшләйәсәгенә тулыһынса ышанам, – ти Лилиә Фаяз ҡыҙы. Әйткәндәй, ул һәр ваҡыт башҡортса бюллетень буйынса тауыш бирә. “Гражданлыҡ хоҡуғымды туған телемдә тормошҡа ашырыуҙан сикһеҙ ҡәнәғәтлек алам”, – ти әүҙем уҡыусыбыҙ.