Матбуғат үҙәгендә төбәк журналистарынан тыш, федераль баҫмаларҙың да хәбәрселәре эшләй. Улар ҡарамағына “Crown Plaza” ҡунаҡханаһында заманса медиа-үҙәк бирелгән.
Матбуғат үҙәге төнгө икегә тиклем эшләйәсәк. Уның программаһы бик көсөргәнешле. Спикерҙарҙың, республика башлығы вазифаһына кандидаттарҙың сығыштары һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһынан тура бәйләнештәр буласаҡ.
23 сәғәттән һуң экзит-пулда эшләгән хәбәрселәр һайлауҙарҙың тәүге йомғаҡтары менән таныштырыр.