+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 12:59

Башҡортостанда ил Президенты эргәһендәге гражданлыҡ йәмғиәте һәм кеше хоҡуҡтарын үҫтереү буйынса Советының региональ мониторингы төркөмө эш башланы

Берҙәм һайлау көнөндә республиканың Йәмәғәт палатаһында ил Президенты эргәһендәге гражданлыҡ йәмғиәте һәм кеше хоҡуҡтарын үҫтереү буйынса Советының региональ мониторингы төркөмө үҙ эшен башланы. Көн дауамында улар Өфөлә урынлашҡан һайлау участкаларында булып, һайлаусылар хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтарын тикшерә.

Төркөм үҙ эшен Дим биҫтәһенән башлаған. Эш төркөмөнә ингән ил Президенты эргәһендәге гражданлыҡ йәмғиәте һәм кеше хоҡуҡтарын үҫтереү буйынса Советы рәйесе Михаил Федотов, кеше хоҡуҡтарын республика буйынса яҡлаусы Рим Ҡәйүмов, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольна Панчихина һәм уның урынбаҫары Олег Галин, “Рәсәйҙең юристар берлеге” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Вероника Андреенко, “Рәсәй һайлай” йәмәғәт берләшмәһе вәкиле Зарина Ғәзизова, “Таҙа һайлауҙар” корпусы” берләшмәһе вәкиле Алексей Старцев, “Голос” һайлаусылар хоҡуғын яҡлау ойошмаһы етәксеһе Ринат Факиев, республика Журналистар союзы вәкиле Марсель Сәлимов 161-се лицейҙа булғандар. Бында урынлашҡан 3454-се, 3455-се, 29-сы һанлы участкаларҙа һайлаусылар хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары теркәлмәгән.

Фото: БР-ҙың Йәмәғәт палатаһынан.

Читайте нас: