Һайлауҙар тарихында тәүге тапҡыр төбәк Башлығы вазифаһына 8 кандидат дәғүә итә, башҡа кимәл һайлауҙарҙа бөтәһе 11 сәйәси партия ҡатнаша. Быйыл Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарары менән һайлау участкаларының эше ике сәғәткә оҙайтылды. Улар, үрҙә әйтеүебеҙсә, иртәнге 7-лә эш башлап, киске 9-ҙа һуңғы һайлаусыны ҡабул итәсәк. Был йәкшәмбе көндө эшләгән, баҡсаларына барған кешеләргә гражданлыҡ бурысын үтәргә мөмкинлек бирә. Өфөлә барлыҡ 410 участкала видеокүҙәтеү алып барыла. Республикала буйынса 225 һайлау участкаһына автоматлаштырылған эшкәртеү комплекстары (КОИБтар) ҡуйылған.