Компартия лидеры Юнир Ҡотлоғужин һайлауҙарға ғаиләһе менән килде. Ул Нагаево ҡасабаһында тауыш бирҙе. Владимир Барабаш һайлауҙарға улдары менән шарҙар тотоп килде. Иван Сухаревты иһә тормош иптәше оҙатып йөрөнө. Ул бюллетенде урнаға һалғандан һуң, күҙәтеүселәр менән әңгәмәләште һәм ялғанлашыу осраҡтарын юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы. Кандидаттар араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ Зөлфиә Ғайсина ла тауышын бирҙе. Ул артабан һайлау участкаларын йөрөп сығыу ниәтен белдерҙе.