Март айында уҡ Үҙәк һайлау комиссияһы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең һайлау хоҡуғын тәьмин итеү буйынса саралар планын раҫлаған. Уларҙың исемлеге аныҡланған, мәғлүмәт еткереү эше алып барылған, һайлауҙа шәхсән ҡатнашыу мөмкинлеген тәьмин итеү хәстәрләнгән. Урындарҙа комиссия ағзалары, йорттарына барып, һайлаусының нисек тауыш бирергә теләүен белешкән.
Һайлау комиссиялары урынлашҡан биналар коляскалы инвалидтар инерлек итеп ҡулайлаштырылған, пандустар ҡуйылған. Күреү һәләте насар кешеләр өсөн Өфөлә, Бәләбәйҙә, Стәрлетамаҡта, Белоретта махсуслаштырылған участкалар булдырылған. “Әгәр һайлаусы үҙе килеп тауыш бирә алмай икән, ул шылтыратыу менән комиссия ағзалары өйөнә барасағын аңлаттыҡ ”, – ти Роза Кузьменко. Республика һайлаусылары араһында 256 098 кеше (8,41 проценты) инвалид икәнлеген билдәләп үтәбеҙ.