Тауыш биреүселәрҙең йәш арауығына килгәндә, йәш ғаиләләр өҫтөнлөк итә. Был инде баш ҡала биҫтәһенең сама менән йәш, яңы төҙөлгән булыуын да күрһәтә. Һайлаусылар байрамса кейемдә, балалары менән килә. Иң өлкән һайлаусыға 60, ә иң бәләкәсе Сафияға 9 ай булды. Ул һайлауға ата-әсәһе Ғәзиз һәм Гөлсинә Йосоптар менән килде. 144-се комиссия ағзалары билдәләүенсә, тауыш биреүселәр иртәнге сәғәттәрҙән үк һайлауҙарға бик әүҙем килә.