“Мобиль һайлаусы” системаһы аша үҙенең йәшәгән урынынан ситтә тауыш биреү тураһында 37 мең 674 ғариза ҡабул ителгән.
“Госуслуги” порталы аша ғариза яҙған 181 кеше Башҡортостан Башлығын Мәскәүҙә һанлы һайлау участкаларында һайлаясаҡ.
Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ярҙамында 334 мең 424 һайлаусы (10,97 процент) тауыш биреү мөмкинлегенә эйә.
Һайлау участкаларында йәмәғәт тәртибен 8 201 полиция һәм Росгвардия хеҙмәткәре һаҡлай. Бынан тыш уларға 640 шәхси һаҡ хеҙмәткәре ярҙам итә.