+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Сентябрь 2019, 11:40

Владимир Путин – V Көнсығыш иҡтисади форумында

Владивостокта V Көнсығыш иҡтисади форум бөгөн үҙенең эшен йомғаҡлай. Ул 4 сентябрҙа асылғайны. Форумда барлығы 65 илдән 8 меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Шундай ҙур халыҡ-ара сараның төп маҡсаты булып Алыҫ Көнсығышҡа инвестициялар йәлеп итеү, бында йәшәгән халыҡтың тормошон яҡшыртыу, күсеп килеүселәргә ҡулай шарттар булдырыу тора. Ҡытай, Япония, Көньяҡ Корея һәм башҡа йылдам үҫешкән илдәргә терәлеп ятҡан был төбәктең үҫеш перспективаһы бик ҙур.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Һиндостан премьер-министры Моди, Япония премьер-министры Синдзо Абэ һәм башҡа ил етәкселәре менән эшлекле осрашыуҙар үткәрҙе.
V Көнсығыш иҡтисади форумы барышында Владимир Путин Алыҫ Көнсығыш Федераль округында йәш ғаиләләр өсөн 2 процентлы торлаҡ ипотекаһы индерергә тәҡдим итте. Ипотека кредиты быйыл уҡ Алыҫ Көнсығышты үҫтереү фонды иҫәбенә федераль ҡаҙнанан финанслана башлаясаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас: