+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Сентябрь 2019, 16:15

Республиканың сәнғәт учреждениелары сираттағы ижад миҙгелдәрен башлай

“Башҡортостан” концерт залында милли симфоник оркестр 28-се концерт миҙгелен асты. Коллективтың етәксеһе Артур Нәзиуллин Өфөгә ике сағыу музыкантты саҡырҙы.

Классик музыка яратыусы башҡала тамашасылары һәм килгән ҡунаҡтар өсөн симфоник оркестр менән Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Сладковский дирижерлыҡ итте. Шулай уҡ бөтә илгә билдәле музыкант , виолончелист Сергей Ролдугин сығыш яһаны. Мәскәүҙән килгән абруйлы ҡунаҡтар ҙур концерт алдынан урындағы хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Сергей Ролдугин билдәләүенсә, әле уның Өфө менән танышырға ваҡыты булмаған:” Ғәҙәттә мин күләмле сығыш алдынан тик эш менән булышам. Өфө ул провинциаль ҡала түгел, ә ҙур мәҙәни үҙәк, –тип яуап бирҙе артист.–Концерт етди әҙерлек талап итә”.
Ҡала менән ул бөгөн танышырға иҫәп тота.
Александр Сладковский Татарстан симфоник оркестрының баш дирижеры булып эшләһә лә, уның Башҡортостанға тәүгә килеүе. Республика оркестры менән дә ул беренсе тапҡыр эшләне: “ Ләкин оркестарҙа уйнаған айырым музыканттарҙы яҡшы белеүе ижади бәйләнештәрҙе нығытты ғына”,– тине дирижер.
Башҡортостандың милли симфоник оркестры миҙгелде ”Алжир сюитаһы”, оркестар менән виолончели өсөн беренсе концерт һәм Петр Чайковскийҙың дүртенсе симфонияһы менән асты. Концерттар сентябрь айында ла дауам итәсәк.
Читайте нас: