-10 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Сентябрь 2019, 11:09

Президент Владимир Путин тәҡдиме менән шәфҡәт туташтарына эш хаҡы өҫтәлә

Медицина ярҙамы күрһәтеү системаһының беренсел звеноһын модернизациялауға арналған кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Президент Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтенә 1 ноябргә тиклем медицина хеҙмәткәрҙәренә айлыҡ өҫтәмә түләүҙәр билдәләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Бынан тыш ул төбәктәр етәкселәренә беренсел звено медицина хеҙмәткәрҙәрен ведомство фатирҙары менән тәьмин итеү һәм ун йылдан һуң торлаҡты хеҙмәткәрҙең исеменә күсереү тураһында тәҡдим итте.
Медицина вуздарын тамамлаусылар дәүләт һәм муниципаль медицина учреждениеларында өс йыл буйына тәжрибәле белгестәр контроле аҫтында эшмәкәрлек алып барһын өсөн «йәш белгес» һәм «табип-остаз» төшөнсәләре ҡанунилаштырыласаҡ.
#ВладимирПутин