+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Сентябрь 2019, 12:41

Хәтер шәмдәлдәре ҡабыҙайыҡ...

Бөгөн – Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө. Беҙ бөгөн, хәтер шәмдәлдәре ҡабыҙып, Төньяҡ Осетия – Аланияның Беслан ҡалаһында 2004 йылдың сентябрендә булған фажиғәле ваҡиғаларҙы яңынан күңелебеҙ аша үткәрәбеҙ.

Унда мәктәптәге террористик акт арҡаһында 334 кеше һәләк булғайны, шуларҙың 186-һы балалар ине. Беслан фажиғәһе бөтә донъяны тетрәндерҙе, берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Был көн терроризмдың ни тиклем ҙур ҡурҡыныс булыуын йәнә бер тапҡыр барыбыҙҙың да иҫенә төшөрә һәм һәммәбеҙҙе лә гражданлыҡ уяулығы күрһәтергә саҡыра.
Читайте нас: