-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Сентябрь 2019, 11:11

Радий Хәбиров һайлау алды дебаттарында ҡатнаша

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һайлау алды дебаттарында ҡатнашыуы хаҡында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, тәүҙә ул «уларға ваҡытын сарыф итергә теләмәгән».

«Ләкин халыҡ менән даими аралашыу тәжрибәһенә таянып, миңә аудитория менән туранан-тура бәйләнештә эшләү һәм мәғлүмәт алыу еңелерәк тигән һығымтаға килә башланым. Был ҡатнашыусыларға ла, тамашасыларға ла файҙалы булыр, шуға күрә саҡырыуҙы ҡабул итәм һәм дебаттарҙа ҡатнашам. Дөрөҫөн әйткәндә, быны нисек эшләргә кәрәклеген күҙ алдына ла килтермәйем, шуға китап һатып алдым, яҡшы, тиҙәр. Әҙерләнәм», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.
Дебаттар 5 сентябрҙә киске 8-се 30 минутта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-1», «Рәсәй-24», «Вся Уфа», РБК ТВ, UTV телеканалдарында ойошторола, YouTube каналында, Бәйләнештә, Facebook социаль селтәрҙәрендә трансляциялана.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы