+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Август 2019, 11:13

Башҡортостан Башлығының тел гранттарына өҫтәмә конкурс иғлан ителде

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарға ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарын алыуға өҫтәмә конкурс иғлан итте. Дөйөм суммаһы — 2 594 010,00 һум. Проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу ваҡыты — 2019 йыл.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарына мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәләрендә республиканың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен, шулай уҡ төбәктән ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлек алып барған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелар дәғүә итә ала.
Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 2-се сентябрҙән 16-һына тиклем Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының этномәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, 12-се бүлмә.
Гранттар тапшырыу тәртибе, ғариза формаһы һәм кәрәкле документтар исемлеге — республика Мәҙәниәт министрлығы сайтының Гранттар бүлегендә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева.
Олег Яровиков фотоһы
Читайте нас: